Һаҡ булығыҙ! Бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ эт килә

Илдә уҫал эттәрҙе йәмәғәт урындарында бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн федераль штраф индерелеүе ихтимал. 

Һүҙ америка бандогы, амбульдог, бүре-эт гибридтары тураһында бара.  Штрафтың суммаһы 1 мең һумдан 3 меңгә тиклем булыуы мөмкин. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау федераль хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, йыл һайын 450 мең кеше эттәрҙән зыян күрә.