Бөрө ҡалаһында балалар өсөн уйынсыҡтар етештерәләр

Идеянан алып әҙер уйынсыҡҡа тиклем. Бөрө ҡалаһындағы заводтың 250-нән ашыу хеҙмәткәре 20 йылдан ашыу инде балаларҙы шатландыра. Улар хәүефһеҙ материалдарҙан төрлө уйынсыҡтар етештерә.

Завод 4 уйынсыҡтар эшләү фабрикаһы булған компаниялар төркөмөнә инә. Бында продукцияның сифатына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шуға ла балалар өсөн хәүефһеҙ булған Рәсәйҙә етештерелгән сеймал һәм буяуҙар ҡулланыла. Йыйыу цехында хеҙмәткәрҙәр ҡулы менән деталдәр әҙер уйынсыҡҡа әйләнә. Эш еңел түгел, барыһын да тикшереп, намыҫ менән йыйырға кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары индустрияһы һәм өҫтәл уйындары форумын уҙғарыу тураһында иғлан иткәйне. Сара быйыл сентябрь уртаһында Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк. Форумды йыл һайын үткәреү планлаштырыла.