Баймаҡ районының 4 белем усағында капиталь ремонт эштәре бара

Белем усаҡтарындағы яңырыу «Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһына ярашлы алып барыла. Ниғәмәт ауылы мәктәбен төҙөкләндереү барышы хаҡында репортаж.

11 йыллыҡ Ниғәмәт мәктәбендә 136 уҡыусы белем ала. Бында балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. 3 ҡатлы бина 1978 йылда сафҡа индерелә, быға тиклем етди һәм күләмле ремонт эштәре башҡарылмай. Тик 2021 йылда «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» проекты аша тәҙрәләр замансаға алыштырыла. Ә Федераль программа ярҙамында белем учреждениеһы тулыһынса тиерлек яңырыу кисәрәсәк.

Төҙөкләндереү эштәренең ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыуына уҡытыусылар ҙа битараф түгел. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәзифә Мырҙағәлина 32 йыл балаларға белем бирә. Быйыл ул беренселәрҙе ҡабул итәсәк.

Программаға ярашлы белем усағы заманса йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ ихата алдарында ла төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Биләмә алдына асфальт япмаһы түшәләсәк, яңы ҡоймалар ҡуйыласаҡ.