Сәләмәтлек буйлап. Баш ҡалала «Өфө муйынсағы» һуҡмағы төҙөлөшө дауам итә. Ҡаланың 6 районы аша үткән сәләмәтлек һуҡмағы төҙөлөшө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. 70 саҡрым оҙонлоҡҡа һуҙылған заманса проект ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн саф һауала ял майҙансығы булараҡ ойошторола. Күләмле проект Өфөнөң 450 йыллығына әҙер булыр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Бер нисә ай эсендә тәртипкә килтерелгән һуҡмаҡтан бөгөн ял итеүселәр өҙөлмәй. Спортты яҡын күреүселәр, балалар , өлкәндәр «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу парковкаһынан алып «Еңеү Паркы»ндағы Дежнев баҫҡысына тиклем төҙөкләндерелгән биләмәлә әүҙем ял сәғәттәрен үткәрә.
Өфө муйынсағы төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштергән яңы туристик маршруттың башҡа зоналарын да тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылды.
Төҙөкләндерелгәндән һуң паркта бәләкәй архитектура формалары, ағас эскәмйәләр ҡуйылған. Навигация стенды һәм әкиәт персонаждары урын алған.
«Өфө муйынсағы» объектының иң оҙон участкаһы баш ҡаланың Октябрь районы аша үтә. Биләмәнең иҫтәлекле урындарының береһе - 205 йәшлек имән. Рихард Зорге урамындағы майҙанда 8 саҡрымға һуҙылған һуҡмаҡта әүҙем ял итеүсе граждандар менән Радий Хәбиров аралашты. Улар «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы өсөн рәхмәтен еткерҙе.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ велосипедта юғары тиҙлектә йөрөү менән шөғөлләнгән балалар менән аралашты. Улар үҙ көстәре менән уҡыу һәм күнекмәләр өсөн махсус трасса төҙөгән.
Өфөнөң Киров районында быйыл сентябрҙә «Йәйғор» шифаханаһы эргәһендә «Өфө муйынсағы» маршрутын төҙөкләндереү тамамлана. Проектҡа ярашлы, биләмәлә өс гектарҙан ашыу майҙан тәртипкә килтерелә.
«Өфө муйынсағы» төҙөлөшөнөң бөтә этаптары тамамланғандан һуң бында 420 меңдән ашыу кеше ял итәсәк һәм әүҙем ял менән шөғөлләнәсәк. Күләмле проект Өфөнөң 450 йыллығына файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Флорида Ким