Стәрлетамаҡта Башҡорт сода компанияһында шахмат буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте

Унда республика район-ҡалаларынан тыш, Мәскәү, Ҡазан, Силәбе ҡалалары, шулай уҡ Ямал-ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтары спортсылары ҡатнашты. Сараға шахмат буйынса донъя һәм Европа чемпионы Евгений Калегин да ҡушылды.

Ярышта балаларҙың күпләп ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы. Киләсәктә был малай-ҡыҙҙарҙан шәп шахматсылар үҫеп сығыр тип ышанам.

Евгений Калегин, Шахмат буйынса Донъя һәм Европа чемпионы

Ярышта ҡатнашыусылар составы бик дәрәжәле, төрлө төбәктәрҙән халыҡ-ара мастерҙар йыйылған, ярыштың географияһы киңәйә, йәштәр әүҙем ҡатнаша.

Павел Михайлов, ярыш судьяһы

Ә иртәгә халыҡ-ара шахмат көнөндә Өфөлә «Лайф-стайл Башҡортостан» сауҙа үҙәге майҙанында халыҡ-ара гроссмейстер Денис Хисмәтуллин ҡатнашлығында уйын сеансы үтә. Унда барлығы 100 дәғүәсе көс һынаша. Программала оҫталыҡ дәрестәре, фотозона, концерт ҡаралған. Сара иртәнге сәғәт 11-се яртыла башлана. Уйында ҡатнашыу өсөн онлайн теркәү үтеү мотлаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт республиканың шахмат федерацияһы сайтында: rbchess.ru