Шишмә районы халҡы ефрейтор Самат Мостаевты һуңғы юлға оҙатты

Хушлашыу митингы ҡаһарман яҡташыбыҙ тыуып-үҫкән Әри ауылында үтте. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, яугирҙың туғандары, дуҫтары, яҡташтары ҡатнашты. Республика Башлығы Самат Мостаевтың ғаиләһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Ошо уҡ награда бөгөн майор Илгиз Усмановтың ғаиләһенә лә бирелде.

Ватансылыҡ тойғоһо Илгиз Усмановтың ғаиләһендә һалынған. Ата-әсәһенән, олатай-өләсәһенән килгән илһөйәрлек бөгөн уның балаларында ла тәрбиәләнә. Тап гражданлыҡ-ватансылыҡ рухында Илгиз Исмәғил улы махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Республика Башлығы майорҙың ғаиләһенә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Радий Хәбиров ғаиләне ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағын белдерҙе.

Илгиз Исмәғил улы 1984 йылда Шишмә районында тыуған. 2002 йылда Силәбе юғары хәрби команда училищеһына уҡырға инә. Танк взводы командирынан мотоуҡсылар батальоны командиры урынбаҫарына тиклем төрлө хәрби вазифаларҙа хеҙмәт иткән. Хәрби юлды һайлауы осраҡлы түгел, ул нәҫелдән килә.

Шишмә районының Әри ауылы үҙәге. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған стелла майҙанында ауылдаштар бөгөн яугир яҡташы менән бәхилләшергә йыйылды. Геройҙарса һәләк булған хәрбиҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа Радий Хәбиров сығыш яһап, батырҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Самат Мостаевтың исеме мәңгеләштереләсәк, ә яҡындарын бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ, уларға ярҙам күрһәтеләсәк, тине.

Махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Самат Мостаев та Миңлеғәле Шайморатов һәм Батырлыҡ ордендарына лайыҡ була. Бөгөн улар ефрейторҙың тормош иптәшенә тапшырылды.

Яҡташтары хәрби бурысын үтәгәндә башын һалған яугирҙары тураһында хәтер һаҡланасағын билдәләне. Самат Мостаев Әри ауылы зыяратында ерләнде.