Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланды

Нефть тармағынан фронт һыҙығына. Оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән замандашыбыҙ оҙайлы командировкаға юлланды. Ул махсус хәрби операцияла тыуған илдең имен киләсәге өсөн көрәшәсәк.

Бер нисә көн элек «Ҡуштау» ҡушаматлы яугир Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ул үҙенең теләге буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итәсәк. Яҡташыбыҙ менән бергә хәрби әҙерлек үтеү урынына 4 тиҫтәләп кеше юлланды. Башҡортостан вәкилдәренең бергә хеҙмәт итеү ниәте көслө. Сөнки төбәк етәкселеге батальондарҙы кейем-һалым һәм махсус саралар менән тәьмин итә, ай һайын фронтҡа гуманитар ылау оҙата.

Хәрби әҙерлек үтеү урынына яҡташтарыбыҙ уңайлы автобус менән яҡынса бер тәүлек барасаҡ. Оҙон юл алдынан егеттәр ҡоро паёк менән тәьмин ителде. Әйткәндәй, контракт төҙөүселәр үҙҙәренең теләге буйынса Оборона министрлығының төрлө хәрби частәренә йүнәлтелә. Ир-егеттәр араһында ҡыҙыу нөктәләрҙә булыусылар ҙа, кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәт үтеүселәр ҙә, бөтөнләй армияға бармаусылар ҙа бар. Тыуға илгә һөйөү, яҡындарының имен киләсәге һәм финанс мәсьәләне иҫәпкә алып яҡташтарыбыҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Республикала хәрби контракт төҙөргә теләүселәр күп. Егеттәр тәү сиратта төбәктең исемле батальондарына эләгергә теләк белдерә. Быны улар яҡташтары менән бергә хеҙмәт итеүҙәре менән аңлата. Бөгөнгө оҙатыу менән генә беҙҙең эш туҡтап ҡалмай. Ул көн һайын дауам итә. Ватан һағына баҫырға теләүселәрҙе хәрби комиссариатта көтөп ҡалабыҙ.

Сергей Родинко, Башҡортостан хәрби комиссариаты бүлеге етәксеһе