Башҡортостанға эш сәфәре менән Ханты-Манси автоном округы делегацияһы килде

Сәфәрҙең маҡсаты - республиканың халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге алдынғы тәжрибәһе менән танышыу. Улар Стәрлебаш районында эшләп килгән Күмертау Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге филиалында булды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Был бинаның 1986 йылда файҙаланыуға тапшырылып ошоға тиклем поликлиника булып хеҙмәт итеүенә ышаныуы ауыр, ул заманса стандарттар буйынса яңынан төҙөлгән кеүек тойола. Капиталь ремонт республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарылған. Әммә бина яңыртып ҡына ҡалынмаған, яңы реабилитация ҡорамалдары,мебель дә килтерелгән.

Реабилитация үҙәге быға тиклем Стәрлебаш ауылының ситендә урынлашҡан була. Яңыһы - район үҙәгенең төп социаль объекттары эргәһендә. Бында күрше Федоровка, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Ишембай райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр дауаланыу үтә.

Балсыҡ менән шөғөлләнеү оҡшай. Мәҫәлән, күңелем төшкән йәки көйәләнгән сағымда балсыҡ ярҙамында тынысланам. Ҡурсаҡ, һауыт-һабалар эшләйем. Оҡшағандарын әсәйемә күрһәтер өсөн өйгә алып ҡайтам.

Роман Булатов

Теүәл бер йыл элек сафҡа ингән филиал эшмәкәрлеге менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Ханты- Манси автоном округының социаль үҫеш департаменты хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан тәжрибәһе менән яҡындан танышты.

Беҙҙең төбәктә лә реабилитация үҙәктәре бар. Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән күп яҡлы эш алып баралар. Коммерция булмаған ойошмалар әүҙем. Инвалидтарҙы социалләштереү, эшкә урынлаштырыу кеүек һорауҙар буйынса белемебеҙҙе камиллаштырҙыҡ.

Тереза Понамарева, Югра - Ханты-Манси автоном округының социаль үҫеше департаменты директоры

Эш сәфәре барышында Ханты-Манси автоном округы делегацияһы республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән дә танышҡан. Өфө хосписын барып күреү теләге лә бар.

Сәфәр Урал аръяғында дауам итәсәк. Унда Темәс психоневрология интернатын күрһәтәсәкбеҙ. Коллегаларҙы интернатта йәшәүселәрҙең тормошон ойоштороу һорауы ҡыҙыҡһындыра. Республика интернаттарында индерелгән инновация алымдары ил кимәлендә билдәләнә.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Рәсәй төбәктәре менән тәжрибә уртаҡлашыу, башҡа субъекттар эшмәкәрлеге менән танышыу ике яҡ өсөн дә файҙалы. Проекттың маҡсаты ла бер - реабилитация үҙәктәрендә йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү.

Әлфинә Килдейәрова