«Салауат Юлаев» командаһы яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы

«Салауат Юлаев» командаһы боҙ күнекмәләренә тотондо. Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгеленә Виктор Козлов командаһы «Өфө-Арена»ла әҙерләнә башланы.

Уйынсылар тәүҙә өсәр звенонан торған ике төркөмгә бүленде. Улар төрлө ваҡытта, сиратлап күнекмәләр яһаны. Беренсе төркөм башлыса йәштәрҙән торҙо.

Шул уҡ ваҡытта йәштәр араһында тәжрибәле Евгений Тимкин, Степан Санников һәм Глеб Кузьмин да булды. Был хоккейсылар ғәҙәттә дүртенсе звенола уйнай. Икенсе төркөм иһә төп уйынсыларҙан торҙо. Әлегә баш ҡалаға Григорий Панин, Илья Ежов һәм Александр Хмелевский килеп етмәгән. Улар үҙ партнерҙарына ай аҙағында ҡушыласаҡ. Юлаевсылар 4 августа Түбәнге Новгородтың «Нефтехимик» клубы менән иптәштәрсә осрашыу үткәрә. Тренерҙар штабы был уйында башлыса йәш уйынсыларҙы йәлеп итергә ниәтләй. Ә 10 августа Өфөлә Башҡортостан Кубогы турниры башлана. Август аҙағында юлаевсылар Блинов мемориалында ҡатнашыу өсөн Омскиға юллана.