Журналистар медик-социаль учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Улар өсөн Мәскәү хосписы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән ирекмәндәр, хәйриә фонды вәкилдәре уҡыуҙар үткәрҙе. Сарала «Өфө хосписы» попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Оҫталыҡ дәрестәрендә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Людмила Ивановна күптән түгел хосписҡа йәшәргә күскән. Түшәктә ятҡан пенсионер үҙ фатиры буйлап та хәрәкәт итә алмай, паллиатив ярҙам күрһәтеү учреждениеһында ҡатын асыҡ һауаға сыға, йәштәштәре менән аралаша. Шәфҡәт туташтарының бер йылмайыуы ла дауалау көсөнә эйә ти ҡатын.
Хоспис бүлмәләре мөмкин тиклем йорт мөхитенә яҡынайтылған, бында тәрбиәләнеүселәр теләгән ваҡытта яҡындары менән осраша ала, тулы социаль тормош алып бара. Сирлеләргә мөғәләмә лә икенсе, иғтибар, ихтирам, ярҙам тигән һүҙҙәр хоспистың фәлсәфәһе нигеҙенә һалынған.
Журналистар медик-социаль учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Мәскәү хосписының тәжрибәле ирекмәндәренең береһе түшәктә ятҡан тәрбиәләнеүсегә арҡанан ҡабырғаға дөрөҫ әйләнеү, нисек аралашыу тураһында оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Тәрбиәләнеүселәрҙең хәленә инеү, уларҙың теләктәрен инҡар итмәү мөһим.
Хоспис дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр менән яфаланған ололарға һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән. Социаль учреждениела бассейн, китапхана, ҡышҡы баҡса, ата-әсәләр һәм туғандар өсөн бүлмәләр бар. Эшкә төшөр алдынан буласаҡ персонал да мөғәлләмә итеү оҫталығы буйынса уҡыуҙар үтә. Хоспис сирленең хәлен яҡшыртыу, уның яҡындарына бер аҙ ял биреү, мәшәҡәттәрҙән арындырыу мөмкинлеген бирә. Дауалап булмаҫлыҡ диагноздарға ҡарамай, был урын ғәҙәти тормош алып барыу, аралашыу, теләктәрҙе тормошҡа ашырыу, йәшәү үҙәге булып тора.
Лилиә Мәҡсүтова