ӨФТУ студенттар стартапын ойоштороу буйынса Рәсәйҙә 3-cө урын яуланы

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттар стартапын ойоштороу буйынса Рәсәйҙә 3-cө урын яуланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса йәш эшҡыуарҙарға бизнес асыу өсөн берәр миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Федераль проект ярҙамында барлығы 35 кешегә стартап ойошторорға мөмкинлек бирелә. Еңеүсе проекттар араһында сәләмәт туҡланыу, биотехнологиялар, медицина, кейем һәм башҡа продукция етештереү менән бәйле бизнес-пландар билдәләнгән.