Ул Рәсәйҙең спорт мастеры Ғайсар Ғәлин иҫтәлегенә бағышланды. Тәүге тапҡыр ярышта илдең 4 субъектынан 32 команда ҡатнашты. Спорт байрамынан беҙҙең киләһе репортаж.
Биш йыл элек Учалы районындағы ярышта 8 команда уйнаған. Йәше һәм дәрәжәһенә ҡарамаҫтан иң мөһиме, футболсы үҙе сығыш яһаған ауылда тыуырға йәки теркәлергә тейеш. Ойоштороусылар билдәләүенсә, турнирҙың абруйы йылдан-йыл күтәрелә. Өҫтәүенә, быйыл «Олотау йыйыны» проекты «Рәсәй - футбол иле!» конкурсының төбәк этабында беренсе булды. Ул «Футболда иң дәррәү проект» номинацияһында еңеү яуланы.
Олотау йыйыны ябай турнир ғына түгел, ә ысын фестиваль. Сөнки ул төрлө яҡлы һәм мауыҡтырғыс. Сара ҡунаҡтары үҙҙәрен төрлө бәйгеләрҙә һынап ҡарау менән бер рәттән, аттракциондарҙа күңел асты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Бында башҡорт биатлоны, ат сабышы, уҡтан атыу һәм масрестлинг кеүек күп төрлө ярыштар үтте. Ошонда уҡ спортсыларҙы туҡландырыу ойошторолдо.
Турнир сиктәрендә күргәҙмә матч та ойошторолдо. Олотау йыйыны ҡыҙҙары Рәсәй футбол союзының «Футбол әсәләре» командаһы менән көс һынашты. Хужабикәләр беренсе булып иҫәпте асты, әммә ҡунаҡтар яуап тубы индерҙе. Мауыҡтырғыс уйын 2:2 иҫәбе менән тамамланды, пенальти серияһында да дуҫлыҡ өҫтөнлөк итте.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса чемпион исемен Әбйәлил районы Асҡар ауылы командаһы яуланы. Улар финалда Ғафури районы Аҡташ ауылы вәкилдәрен еңде. Бронза миҙалға Һамар өлкәһенең Ырғыҙлы егеттәре лайыҡ булды.Еңеүселәргә башҡорт тоҡомло ат һәм күсмә кубок тапшырылды.
Быйыл да Олотау йыйыны ысын байрам бүләк итте. Ауыл ерендә ойошторолған турнир барыһын да берләштеп, футболдың дөйөм уйын булыуын иҫбатланы.
Илдар Байбулатов