Уны «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе майҙанында төҙөү ҡаралған. Проект бөгөн инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды.
Пектин һәм клетчатка етештереүгә йүнәлтелгән производство шәкәр сөгөлдөрө һығындығын эшкәрткәндән һуң табыла. Пектин аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә киң ҡулланыла. Шулай уҡ төрлө дарыуҙар составына инә, яман шеш күҙәнәктәре менән әүҙем көрәшә. Клетчатка мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 5,4 миллион һум инвестиция йәлеп ителәсәк.
Инвестиция сәғәтендә 5 проект ҡаралды. Уларҙың береһе үҙ иген хужалығы һәм транспорт паркы булған премикстар һәм аҡһым-витамин-минераль комплекстар етештереү буйынса завод проекты. Пермикс эре мөгөҙлө мал өсөн лизин һәм аминокислоталарға бай аҡһымлы витамин өҫтәмәһе. Республикала өҫтәмәләр етештереү буйынса был тәүге завод буласаҡ. Уны Благовещен ҡалаһында йылдам үҫешкән төбәктәр биләмәһендә төҙөү ҡаралған.