Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушаниә Бәҙретдинованың картиналары буйынса «Аҡса-мөхәббәт» тип исемләнгән трансформация фильмы әҙерләнгән. Уның менән 21 июлдә киске сәғәт етелә «Родина» кинотеатрында танышып була. Билеттан килгән аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам булараҡ ебәрелә. Мәрхәмәтлек кисәһе программаһына килгәндә, кинотеатр фойеһында теләүселәр «Мин һәм аҡса» темаһына арт-терапия, потенциалды асыуға медитация үтә ала. Ошонда уҡ талантлы рәссамдың картиналары күргәҙмәһе ойошторолған.