Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә бәйле законға үҙгәреш ҡабул итте. Ҡанунға ярашлы, ҡурсаулыҡта ял итеү тәртибендә айырым талаптар ҡуйыла. Мәҫәлән, туристар өсөн махсус йыһазландырылған урындар һәм һуҡмаҡтар булырға тейеш, биләмәгә бер юлы артыҡ күп кеше индерергә ярамай. Ошондай һәм башҡа талаптарҙы Республика Хөкүмәте аныҡлай. Закон 1 сентябрҙән көсөнә инә.