Башҡортостан Башлығы Шишмә районында хәрби-тарихи паркты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Төҙөүселәр планға ярашлы беренсе өлөштө тамамлаған. Икенсе сиратта ашхана, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге һәм ике йәшәү бинаһы файҙаланыуға тапшырыла. “Партизандар ауылы” комплексында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тормош күрһәтелгән. Башҡортостан Башлығы легендар “ҡара генерал” Даян Мурзин хөрмәтенә айырым стенд һәм республика халҡының партизандар хәрәкәтендә ҡатнашыуына бәйле күргәҙмә әҙерләргә ҡушты.