Өфөлә йыл аҙағына тиклем 40 участкала йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла

Күләмле ремонт баш ҡаланың үҙәк урамдарында ла алып барыла. Был участкаларҙа төҙөкләндереү эштәре 30 йылдан ашыу уҙғарылмаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфө үҙәге. Зәки Вәлиди урамында йылылыҡ селтәрҙәре алыштырыла. Был участкала капиталь ремонт эштәре һуңғы 30 йылда үткәрелмәгән. Белгестәр тикшереүе буйынса урында етешһеҙлектәр асыҡлана. План буйынса 180 метр арауыҡта торбаларҙы яңыртыу күҙаллана.

Яҙғы-көҙгө тикшереүҙәр буйынса урында асыҡланған етешһеҙлектәр һөҙөмтәһендә йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырыу бурысы ҡуйылды. Өфө үҙәгендәге һыу тәьминәте системаһы Зәки Вәлиди урамындағы бар күләмле объекттарҙы үҙ эсенә ала. Шуға ла эште ваҡытында тамамларға ниәтләйбеҙ.

Ляметулах Рамаҙанов, подрядсы ойошма инженеры

Ә был Өфөнөң тарихи үҙәге - Гоголь урамы. Башҡа участкаларҙан ул ҡатмарлығы менән айырыла.

Гоголь урамында торбалар 240 метр оҙонлоҡта яңыртылыр тип көтөлә. 70-се йылдар аҙағында һалынған йылылыҡ селтәрҙәрендә капиталь ремонт 1989 йылдан бирле башҡарылмаған.

Анна Горюхина, «Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһының матбуғат хеҙмәткәре

Эшселәргә урында йылылыҡ селтәрҙәре менән бергә, газ торбаларын да күсерергә тура килә. Шуға ла эш графигына тағы ла ике көн өҫтәлә.

Азат Ғәлиуллин