Өфө мәктәптәренең береһендә пилот режимында пурифайерҙар ҡуйылған

Өфө мәктәптәренең береһендә пилот режимында пурифайерҙар, йәғни һыу үткәргестән алынған һыуҙы фильтр аша таҙартыу ҡорамалдары ҡуйылған.

Система республика өсөн махсус эшләнгән һәм әлегә был кулерҙарҙың тәүге партияһы. Уларҙа һыу ун баҫҡыс таҙартыу үтә. Бынан тыш, эсәр һыу шулай уҡ кальций, магний, калий һәм йод менән байытыла. Пурифайерҙарға шулай уҡ һыуҙы озон ярҙамында зарарһыҙландырыу төймәһе лә ҡуйылған, был функция менән һыуҙы бактерияларҙан таҙартыу өсөн файҙаланырға мөмкин.

Аҙыҡ-түлек әҙерләү блогында 9 баҫҡыс фильтрация айырым сәнәғәт кулеры ҡуйылған - яңы уҡыу йылынан балаларға аш-һыуҙы таҙартылған һыуҙан әҙерләйәсәктәр. Киләсәктә һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу программаларын барлыҡ мәктәптәртәрҙә һәм балалар баҡсаларында ла ҡуйыу күҙаллана.

Балалар был һыуҙы яратып эсә. Пурифайерҙар бик матур, яҡтыртылған, шуға ла улар әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҡоролмала пурифайерҙы уйлап табыусылар һәм уларҙы эшләгән заводтың куар кодтары ла бар.

Әлмира Нафиҡова, Өфөнөң 103-сө мәктәбе директоры

Автомат инде бер нисә аҙна эшләй. Фильтрҙарҙы алып ҡараныҡ, һөҙөмтәһе бар икәнен күрҙек, автомат үҙ функцияларын үтәй.

Антон Тарасов, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы