«Мораҙым» һауыҡтырыу үҙәгендә йәйге ялға балаларҙың өсөнсө сменаһы ҡабул ителде

Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан биләмәлә файҙалы һәм күңелле ял ваҡытын үткәрергә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 80 малай-ҡыҙ йыйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Балаларҙы йәйге ялға лагерға ебәреүсе ата-әсәләр малай-ҡыҙҙарҙы берсә борсолоп һәм шул уҡ ваҡытта ҡыуанып оҙатты . Улар тәүге тапҡыр лагерға юлланған балалар әүҙем ял итеп, көс һәм онотолмаҫ тәьҫораттар туплап ҡайтыр тигән өмөттә.

«Мораҙым» лагерына Күгәрсен районынан ғына түгел, республика район-ҡалаларынан, хатта башҡа төбәктәрҙән юллама алыусылар бар. Йәш төркөмөнә ҡарап, дүрт отряд ойошторола - 6 йәштән алып 15 йәшкәсә балалар ял итә.

Һауыҡтырыу үҙәгендә балаларҙың ялы бай программалы һәм күп яҡлы тәрбиә күҙлегенән ойошторола. Спорт, ижади эшмәкәрлек, мәҙәни-тарихи белем биреү йүнәлештәре иғтибарға алына. Малай-ҡыҙҙар ваҡыт эсендә буш ваҡытын файҙа менән үткәреп, яңы дуҫтар менән аралашып уҡыу миҙгеленә әҙерләнә.