Уҙған төндә М-7 федераль трассаһында «Oпель Зафира» автомобиле «ГАЗель Некст» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә 4 пассажир ҡазалана, уларҙың өсәүһе балалар. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары 1983 йылғы ҡатынды һәм уның 5, 10 һәм 12 йәштәрҙәге балаларын ашығыс медицина ярҙамы табиптарына тапшыра. Медицина тикшереүе үткәндән һуң бөтә балалар ҙа амбулатор дауаланыуға ебәрелә, уларҙы аталары килеп ала. Ҡатын дауаханаға оҙатыла, әле уға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә.