Араларында күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре яңы һатып алған, ремонт эштәре алып бара.
Йорттары шартлап зыян күргәндән һуң, ғаилә башлығы шунда уҡ Донецкийҙан күсергә ҡарар итә. Балалары шартлау тауышынан ҡурҡып ҡала, хатта снаряд тауышын таный башланылар тип хәтерләй атай кеше. Ғаилә кәңәшләшеп Өфөлә йәшәргә ҡалырға ҡарар итә.
Республика яғынан махсус хәрби операцияһы биләмәләренән күсеп килеүселәргә бөтә тейешле ярҙам күрһәтелә. Эшкә, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, ҡарттар йорттарына урынлашыу өсөн шарттар булдырыла. Аҙна һайын мәҙәни саралар үткәрелә.