Мәрхүмә менән хушлашыу бөгөн ул йәшәгән Революция урамындағы йортта үтте. Тамара Дмитриевна 1943 йылда фронтҡа үҙ теләге менән китә. Авиация разведкаһы училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлай, сержант званиеһында 1-се һауа армияһында хеҙмәт итә. Смоленск эргәһендәге, Белоруссия, Польша, Литва, Көнсығыш Пруссиялағы һуғыштарҙа, Кёнисбергты алыуҙа ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Тамара Казакова Өфө ҡалаһы Киров районының аҙыҡ-түлек тәьминәтендә эшләй. Совет районының «Фронт әхирәттәре» клубына етәкселек итә. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашты.