Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеү өсөн «Минең баҡсам - Башҡортостан» дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырыла. Уны йыл аҙағына ғәмәлгә индереү ҡарала. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, төбәктең баҡсасыларға ярҙам программаһы илдә иң яҡшыларҙан һанала. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса баҡсасылыҡ ширҡәттәренең инфраструктураһын камиллаштырыу һәм яҡшыртыу өсөн төбәк һәм муниципаль бюджеттан 116 миллион һум аҡса бүленгән.