Йәштәр форумында Волга буйы федераль округына ингән төбәктәрҙән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Сараға 30 меңгә яҡын кеше теркәлеү үткән. Улар төрлө йүнәлештә проекттар тәҡдим итә. Еңеүселәргә грант тапшырыла.
Уҙған йыл форумда Башҡортостан вәкилдәре федераль гранттар суммаһы буйынса беренсе урын яуланы.