Көйөргәҙе районында «Баҫыу Көнө» семинары үтте

Унда урып-йыйыу эштәренең тактикаһы һәм стратегияһы тикшерелде, алдынғы ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе ойошторолдо. Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы базаһында уҙғарылған семинарҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Баҫыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова.

Лабораторияла үрсетелгән иңкештәр тәбиғәттә йәшәгәндәренән айырмалы, йыл әйләнәһенә эшләй. Уларҙы асыҡ һауала һәм теплицаларҙа йәшелсә-емеш үҫтереүсе хужалыҡтар һатып ала. Волга буйы федераль округында берҙән-бер лаборатория эщмәкәрлеге менән Республика Башлығы танышты

Өҫтәлдә ужым арышы һәм бойҙайы, шудай уҡ третикале ононан бешкән икмәктәр. Иген культуралары сорттарын Башҡорт ғилми тикшеренеү институты белгестәре сығарған. Урындағы климатҡа яраҡлашҡан, юғары уңыш биреүсе сорт ононан икмәктәр бөгөн республика.магазиндары кәштәләренә оҙатыла.

«Баҫыу Көнө» республикала урып-йыйыу эштәрен башлауға старт бирә. Ул республикала Һуңғы ун йыл дауамында үткәрелә. Сара сиктәрендә зона ғилми-ғәмәли семинарҙары үтә,

урында техника, ҡорамалдар, орлоҡтар, ашламаларҙы етештереүселәр менән яҡфндан танышфу мкинлеге бар. Респкблика башлығы Радий Хәбиров ер эщсәндәренә, алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаоын тапшырҙы. Тармаҡты үҫтереү, техник базаны нығытыу буйынса төбәктә һөҙөмтәле эш алып барыла, һуңғы 5 йылда ғына респ хужалыҡтарына 48 миллиард һумға техника алынған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ өлгөлө яланда үҫтерелгән культуралар менән танышты. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килтерелгән һәм юғары уңыш биргән сорттар ултыртылған. Көйөргәҙе ерлегендә Улар төрлөсә үҫә, бер нисә йыл һынау үткәндән һуң, урындағы климатҡа яраҡлашҡан һәм юғары уңыш биргән сорттар һайлап алынасаҡ.

Советтар союзы осоронда етен баҫыуҙары ғәҙәти күренеш булһа, бөгөн уны үҫтереүсе хужалыҡтар әҙ. Республика Башлығы етен майҙандарын арттырыу бурысын ҡуйҙы

Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында РХ - бетон заводтары өсөн ҡорамалдар етештереү заводында булды. импортты алмаштырыу йүнәлешендә эшләгән предприятие - нефть- газ сығарыу һәм эшкәртеү предприятиелары өсөн металл цистерналар, нефть йылытыу мейестәре һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн төрлө төрҙәге контейнерҙар етештерә.

Лилиә Мәҡсүтова