Сара ай аҙағына тиклем дауам итер тип көтөлә. Уның барышында рәссамдар Башҡортостандың милли-мәҙәни, этнография музейҙары менән танышасаҡ. Симпозиумдың беренсе көнө Шишмә районында үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Шишмә районының Турахан кәшәнәһе. Дәүләт тарафынан яҡлау тапҡан тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы кемде генә ҡыҙыҡһындырмай. Тарихсыларҙы ғына түгел, бөгөн ул ҡыл ҡәләм оҫталарын да бергә йыйҙы. Сара Турахан төбәк-ара этнохудожество симпозиумы тарафынан тормошҡа ашырылды.
Бүрәт, Дағстан, Хакасия кеүек илдең тиҫтәләп төбәгенән 12 профессиональ рәссам ҡатнаша. Улар сәнғәттең төрлө тармағында махсуслашҡан. Ижади багаждарында ла донъя кимәлендә танылыу алған хеҙмәттәр ята. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект тағы ла күләмле булыр тип көтөлә. Программаға ярашлы, рәссамдар Турахан кәшәнәһе менән тенә түгел, ерлектең тарихы, йолалары менән дә танышты.
Симпозиумдар ҡатнашыусылар урындағы халыҡҡа, тарихсыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе. XV быуаттарҙа төҙөлгән кәшәнәнең улар бер детален дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Таштарҙың нисек һалыныуы, төҫөнә тиклем иғтибар итте.
Симпозиум сара барышында төшөрөлгән сәнғәт әҫәрҙәренең күргәҙмәһе менән тамамлана. Картиналар тәүҙә «Шүлгәнташ» музейында, унан һуң Шишмә районында асыласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейына күсерелер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин