11-13 августа Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә

Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар иғтибарына күләмле спорт һәм милли-мәҙәни программалар тәҡдим ителәсәк. Сара йылҡысылар, ошо өлкәләге белгестәр һәм ғалимдар, биҙәү-ҡулланма ижад оҫталары, фольклорсылар һәм этнографтар өсөн дә ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Төрлө тоҡомло аттар күргәҙмәһе, ҡымыҙ фестивален ойоштороу ҡаралған. Урында иң оҫта ҡымыҙсыны билдәләү буйынса ярыш та үтә.