Белорет районында аҙнанан ашыу ҡоторған урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл ғәмәлдән сығарылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көслө янғында төбәктең Аҙнағол, Ҡатарыш ауылдарына ла ут тоҡаныу хәүефе янағайны. Һөҙөмтәлә ваҡиға урынына 250 кеше, 60 берәмектән ашыу техника йүнәлтелде, ведомство тарафынан етди саралар күрелде.

Белорет районында бер аҙна тирәһендә урман янғындарын һүндереүе барҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министырлығы аэромобиль группировкаһы менән, урман ситендә урынлашҡан Үҙән, Аҙнағол, Ҡатарыш ауылдарын һаҡлар өсөн урман һүндереүендә ҡатнашты. Аномаль эҫелек һәм көслө ел арҡаһында урмандан ауылға ут күсеүе ҙур рисклы ине.

Ленар Вахитов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы

Ҡотҡарыусылар йәйге эҫелә утҡа ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. 1604 гектарҙан ашыу майҙандағы йәшеллек зыян күрә. Оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы янғын һүндереүселәргә рәхмәт белдереп, юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтеүселәрҙе бүләкләргә ҡушты.

Бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Был янғын команданың теүәл һәм профессиональ эш итеүен күрһәтте. Бәхеткә күрә, дөйөм көс менән ҡатмарлы хәлде еңеп сыҡтыҡ.

Искәндәр Ғәлин, янғын һүндереүсе