«Сәләмәтлек поезы» хәрәкәте графигы билдәләнде

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ағымдағы аҙнаға «Сәләмәтлек поезы» хәрәкәте графигын баҫтырҙы.

Ойошторолған бригадалар графикҡа ярашлы, алты районда эшләй. Табиптар һәм медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған машиналар Йылайыр, Салауат, Ҡалтасы, Йәрмәкәй, Саҡмағош һәм Мәләүез райондарында ҡабул итә. График менән Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин. Ауыл халҡы белгестәр менән кәңәшләшеү, медицина тикшереүе үтеү һәм беренсел медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү «тере сират»тәртибендә алып барыла.