Өфөлә «ЗирАх һуҡмағы» тип исемләнгән тарихи фотокүргәҙмә асылды

Эскпозиция менән республиканың Милли музейында танышырға мөмкин. Тарихи проект Башҡортостан башлығы гранты конкурсында еңеүсе тип табылған. Аполлоний Зирах - 20-се быуат фотографы булараҡ билдәле. Ижадында ул тарихи Өфө урамдарын, архитектур объекттарын сағылдырған. Күргәҙмә сиктәрендә урбанистика һорауҙарына арнапған түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.

Күргәҙмә фотоһүрәттәре егерменсе быуаттың тарихы менән бәйле мәғлүмәтте асыҡларға булышлыҡ итә. Экспозицияла тергеҙелгән һүрәттәр Өфөнөң үткәндәрен сағылдыра, тарихи материалдарға яңы ҡараш өҫтәй.

Вера Макарова, Башҡортостандың милли музейы бүлеге мөдире