Лекциялар Башҡортостан башлығы грантына ойошторолған. Стационар хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың яҡындары менән дөрөҫ аралашырға, киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнә. Үткән аҙнала шулай уҡ республика журналистары өсөн Мәскәү хосписы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән ирекмәндәр, хәйриә фонды вәкилдәре уҡыуҙар үткәрҙе, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Медик-социаль учреждениеның үҙ фәлсәфәһе бар, бында тәрбиәләнеүселәрҙең хәленә инеү, уларҙың теләктәрен үтәү мөһим.