Өфөлә Терра - Башҡортостан бишенсе республика ат-спорт турнирының беренсе сирек финалы үтте

Унда 16 һәүәҫкәр жокей ҡатнашты. Улар башҡорт тоҡомло аттарҙа сығыш яһаны. Беренсе сабышта Дыуан районынан Илгиз Йәһүҙин финишта Баймаҡтан Илназ Мостафиндан ҡалышты. Был ярыштарҙа иң йәш ҡатнашыусы -11 йәшлек Айҙамир Әсәҙуллин. Ул ярымфиналға үтә алманы, әммә барыбер «Аҡбуҙат» ипподромындағы дебют сығышынан ҡәнәғәт ҡалған.

Уҙған миҙгелдә ярыштарҙың форматы үҙгәргән һәм хәҙер иң яҡшыларҙы спортсылар араһында түгел, ә йылҡы хужалары араһында билдәләйҙәр. Сирек финал еңеүселәре 160-ар мең һум аҡса отто. Был миҙгелгә турнирҙың дөйөм приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Ярыш көнөнөң икенсе сабышында Белорет районынан Юлиана Ғәйфуллина иң яҡшыһы булды.