Республикала хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары киңәйтеләсәк

Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам менән бәйле һорауҙарҙа бюрократияға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын үтәү өсөн яуаплы ведомстволарҙы теүәл, аңлайышлы һәм яуаплы эш итергә саҡырҙы. Ватан өсөн көрәштә сәләмәтлеге зыян күргән ир-егеттәрҙе адаптациялау «Батырлыҡ» проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙе социалләштереү, уларҙың сәләмәтлеге, эш менән тәьмин итеү мәсьәләләре тиҙ һәм теүәл хәл ителергә тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә яугирҙарға республика тарафынан ҡаралған ярҙам сараларын иғтибарға алды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн Башҡортостанда «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы эшләй. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ир-егеттәрҙе борсоған һорауҙарҙы хәл итеү өсөн фонд һәм хәрби комиссариат тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш тип белдерҙе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн быйыл республиканан 4 млрд һум аҡса бүленгән.

Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү өсөн булдырылған программа һөҙөмтәләре лә иғтибарға алынды. Республикала бизнес-проект тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһын юллаусы эшҡыуарҙарға быға тиклем бер-ике йыл көтөргә тура килһә, әле был эш 60 көн эсендә теүәлләнә.

Өфөләгә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы үҙәк тип баһаланған һәм был еңеүҙе учреждениеға 158 млн һумға иҫәпләнгән грант килтерҙе.

Төбәктә үтәсәк «Башҡорт аты» фестивален Халыҡ-ара кимәлдә ойоштороу маҡсаты ҡуйылды. Радий Хәбиров фестивалде уҙғарыу өсөн Баймаҡ районы ғына яуаплы түгел, был тотош республика өсөн әһәмиәтле сара тип билдәләне. «Башҡорт аты» фестивале 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле эргәһендә үтә.

Флорида Ким