Тулы метражлы картина өҫтөндә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» кионстудияһы эшләй. Съемкалар барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Кино сәнғәте менән бәйле кешеләр генә аңлай алырлыҡ һүҙҙәр. Оператор менән режиссер уңышлы кадр һайлаған арала, актерҙар прическаһын «матурлай». Барыһы ла фильмдың яҡшы килеп сығыуы өсөн тырыша.
Өфөлә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Батырҙар ташы» мистик комедияһын төшөрә башланы. Картинаның режиссеры Роман Пожидаев. Тулы метражлы фильм уның өсөн генә түгел, киностудияның да дебют эше.
«Батырҙар ташы»ның сюжеты нигеҙенә күңелһеҙ хәлгә тарыған йәш ғалим Русландың тарихы алынған. Төп ролгә Өфөләге «De Bufo» театры актеры Наил Сафин саҡырылған. Кинйә батыр булып Динислам Сафин уйнай. Әйткәндәй, батырҙар образын тулыландырырға «Мәргән уҡсы» клубы ярҙам иткән.
«Батырҙар ташы»н төшөрөү июль аҙғына тиклем дауам итә. Съемкалар Өфөнән тыш, Белорет районында ла үтә. Картинаны Яңы йыл алдынан киң тамашасыға сығарыу планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова