Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин менән осрашты

Федераль чиновник Өфөгә сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын рәсми асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн килгән. Фекер алышыу барышында яҡтар үҫеш һәм хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Төбәк етәксеһе илдең спорт министрына 2023 йылдың сентябрендә үтәсәк «Рәсәй - спорт державаһы» форумы программаһына Октябрьскийҙа боҙ һарайын асыу тантанаһын индерергә тәҡдим итте.

Икенсеһе 2024 йылда Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумын үткәреү. Өфөнөң 450 йыллығы йылында был сара юбилей программаһында мөһим ваҡиға булыр ине. Форумды юғары кимәлдә ойоштора һәм үткәрә алабыҙ, тине Радий Хәбиров.

Баш ҡалаға эш сәфәре сиктәрендә Олег Матыцин төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү өсөн спорт көрәше үҙәге төҙөлөшө менән танышты. Бында эштәр бик яҡшы темп менән бара. Киләһе, Өфө өсөн юбилей йылында спорт объекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төҙөлөшкә ҙур ғына күләмдә федераль аҡсалар ҙа йәлеп ителә. Объекттың дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр, әммә участка бер ярым тапҡырға күберәк. Бында шулай уҡ халыҡ-ара класлы спортсыларҙың күнекмәләрен үткәреү ҡаралған. Фитнес менән шөғөлләнергә, бассейн, кафе һәм ресторандарға ҡала халҡы ла йөрөй аласаҡ. Радий Хәбиров һәм Олег Матыцин Көрәш үҙәге төҙөлөшө менән танышып, колонналарҙың береһенә тәүге гранит плитә һалды. Ул Рәсәй Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған.