Рәсәй президенты Владимир Путин «Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары: Беҙ бергә. Спорт» халыҡ-ара спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан Башҡортостандың баш ҡалаһында аҙна дауамында барасаҡ ярыштарҙа донъяның 30 иленән мең ярымдан ашыу спортсы ҡатнаша. Иң ҙур делегация Беларусь республикаһынан. Ишетеү һәләте насар спортсыларҙың йәйге уйындарын рәсми асыу тантанаһы бөгөн «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йәйге сурдлимпия уйындары рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде. Сара тантаналы шарттарҙа үтте. Ул биш блогтан торған музыкаль-хореография прологынан башланды. Бар сығыштар ҙа тамашасылар хөрмәтенә ым-ишара теленә тәржемә ителде.
Артабан «Өфө-арена» боҙ һарайы сурдлимпия уйындары ҡатнашыусылары сәләмләнде. Улар донъяның 30 иленән килгән йөҙҙәрсә спортсы. Тантаналы сараға спорт ветерандары ла махсус саҡырылды.
Йәйге сурдлимпия уйындары донъя кимәлендәге ҙур спорт сараһы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышында уны дуҫлыҡ байрамына тиңләне. Етди форумды ойоштороуға ышаныс һәм хуплау өсөн республика башлығы Рәсәй министрын «Дуҫлыҡ» ордены менән бүләкләне. Ә Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаттарына еңел атлетика, самбо һәм дзюдо буйынса легендар тренерҙар Валентина Иванова һәм Валентин Пегов лайыҡ булды. Уларҙың уҡыусылары ла Өфө уйындарында ҡатнашасаҡ.
Өфө сараға ентекле әҙерләнгән. Ярыштар барған майҙандарҙа махсус курстар үткән ирекмәндәр эшләй.
«Беҙ бергә. Спорт» исеме аҫтында үткән сурдлимпия уйындары ул ябай спорт хәрәкәте түгел, ә тәү сиратта тотош донъя спортсыларын берләштергән күләмле форум. Бөгөнгөһө Рәсәйҙең, шулай уҡ Башҡортостандың да спорт министрлығына 100 йылға арналыуы икеләтә мәртәбәле.
Азат Ғәлиуллин