Өфө уҡыусыһы Цюрихта халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙалға лайыҡ булды

Швейцарияның Цюрих ҡалаһында үткән 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында Өфөнән Вадим Харисов алтын миҙалға лайыҡ булды. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Төбәк башлығы ун беренсе класс уҡыусыһын юғары уҡыу йортонан һуң Республика Хөкүмәтенә эшкә саҡырған. Аҡыллы йәштәр беҙҙең командаға кәрәк.

Быйыл майҙа ул Ҡаҙағстанда химия буйынса Менделеев олимпиадаһында еңеү яулаһа, быныһы - яңы еңеү һәм уның да ниндәйе!, тип яҙған Башҡортостан башлығы. Яҡташыбыҙ донъяның 90 иле вәкилдәре араһында үҙен белемлеһе итеп күрһәтә. Ә Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе өс алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.

Вадим Харисов Республика инженер лицей-интернатында уҡый. Егеттең остазы, химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры - Айнур Ғүмәров. Беҙҙең башҡорт, Рәсәй мәктәбе донъяла иң көслөләрҙең береһе, тип билдәләгән төбәк етәксеһе.