Өфөнөң Биология урамындағы янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 24 июль кис шәхси йортта ут сыға. Ҡотҡарыусылар янғынды һүндергән саҡта фажиғә урынында өс ҡатындың кәүҙәһен таба. Әле баш ҡаланың Орджоникидзе районы буйынса тәфтиш бүлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәрә.

Янғын ваҡытында йортта 61 һәм 64 йәшлек апалы-һеңлеле ике ҡатын һәм уларҙың 1972 йылғы танышы булған. Янғын сәбәбен асыҡлау өсөн суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алына.