Баймаҡ районында эш сәфәре менән Ханты-Манси автономиялы округының Социаль үҫеш департаменты делегацияһы булды. Ҡунаҡтар Темәс психоневрология интернатындағы шарттар, хәстәрлек менән ҡыҙыҡһынды, тәжрибә уртаҡлашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тренажер залы, ҡул эштәре. Республикала иң ҙурҙарҙың береһе һаналған психоневрология интернатының 490-тәрбиәләнеүсеһенең көндәрен файҙалы үткәреү өсөн 258 хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрәренең көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй, һәр береһенең һәләтен күреп, уны артабан үҫтереү өҫтөндә эшләй.
Интернатта йәшәүселәрҙең һаулыҡтары даими күҙәтеү аҫтында. Улар массаж, физ кабинет кеүек дауалау алымдары үтә. Тәрбиәләнеүселәрҙе туғандары, яҡындары килеп хәл белеп, ял, байрам ваҡыттарында ваҡытлыса алып ҡайта ала.
Ханты -Мансы автономлы округынан, баш ҡаланан килгән делегацияның маҡсаты - үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, эш алымдары менән бүлешеү.Ярты быуаттан ашыу тарихы булған интернаттағы эштәр барышы тураһында улар үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Ҡыҙғанысҡа күрә физик һәм аҡыл мөмкинлектәре сикләнгәнгәндәр йәмғиәтебеҙҙең бер өлөшө булып тора. Темәс психоневрология интернатыулар өсөн лайыҡлы һәм уңайлы тормош шарттары булдырған.
Альбина Байегетова