Һары алтын урағы. Әлшәй районындағы элеватор бөгөн ужым бойҙайының тәүге партияһын ҡабул итә башланы. Ауыл хужалығы культураһы иген һаҡлағыстарға бушатылғанға тиклем тулы тикшереү үтә. Сифат контролен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Раевка элеваторы ураҡ миҙгеленең тәүге уңыштарын ҡабул итә. Ҡағиҙә буйынса килтерелгән иген культураһы тулы лаборатор тикшереү үтергә бурыслы. Һәр партия дәүләт стандарттарына тап килергә тейеш. Ужым бойҙайының дымлылығы тикшерелгәс тә, ул өс ҡат иләк аша үткәрелә. Унан һуң, лупа ярҙамында амброзия кеүек зарарлы үҫемлектәрҙең «эйәреп» килеү-килмәүе ҡарала.
Лаборанттар заман технологияһы ярҙамында эш итә. Экспресс анализатор ике минут эсендә ауыл хужалығы культураһына дөйөм ҡылыҡһырлама бирә.
Бар эш тә автоматлаштырылған. Элеваторға прицеп менән килгән һәр КамАЗдың дөйөм ауырлығы 20-25 тонна. Йөк үлсәнгәс тә, бункерға бушатыла. Унан ауыл хужалығы культураһы иген һаҡлағысҡа оҙатыла.
Республика агросәнәғәт комплексының киң яҡлы үҫеше республика халҡын ғына түгел, тотош илде, Рәсәй менән дуҫ дәүләттәрҙе лә тәьмин итә ала. Раевка элеваторында мәҫәлән, тимер юлдары менән бәйләнеш булдырылған. Унан төрлө тарафтарға сығырға мөмкин. Шул иҫәптән Иранға ла.
Былтырғы уңыштарҙы ауыл эшсәндәре быйыл да ҡабатларға иҫәп тота. Быға һауа торошо ла булышлыҡ итә. Эшсе ҡулдар ҙа етерлек. Икмәк изге ҡулдарҙа уңһын өсөн Раевка элеваторы йола буйынса ауыл эшсәндәрен һый-ниғмәт менән ҡаршы алды.
Азат Ғәлиуллин