Раил Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институты музейында «Троя алтыны һәм Александр Пушкин исемендәге музей хазиналары» тип исемләнгән күргәҙмә дауам итә. Июль аҙағына тиклем эшләргә тейеш экспозиция октябргә тиклем оҙайтыла. Сөнки ҙур һорау менән файҙалана.
Бай йөкмәткеле күргәҙмәлә 150-ләп ҡиммәтле экспонат урын алған. Улар 5-се меңйыллыҡтан беҙҙең эраның етенсе быуатына тиклемге тормош-көнкүреште сағылдыра. Кипр көршәктәре, нефрит балта һәм төрлө китаптар аша ғына таныш боронғо әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Был коллекция әлегә тиклем илдең баш ҡалаһында, Пушкин исемендәге музейҙа һаҡланған һәм бер тапҡыр ҙа ситкә сығарылмаған.