«Беҙ бергә. Спорт» Йәйге сурдлимпия уйындарының икенсе көнө тамамланды

Бөгөн ярыштар баш ҡаланың 9 майҙанында үтте. 11 төр спорт уйындарында миҙал яулаусыларҙың тәүге исемлеге иғлан ителде. Улар хаҡында киләһе яҙмала.

«Рәсәй-1» һәм «Рәсәй-2» командалары араһында гандбол уйыны спортсыларҙан бигерәк, тренерҙарға көсөргәнешле булды. Еңеүгә ынтылыу ике тайм дауамында барҙы.

Спортсыларға тренерҙарҙы аңлау ҡайһы берҙә еңел түгел. Ул саҡта тәржемәселәр ярҙамға килә. Евгений Зотин Рәсәй йыйылмаһын 3 йыллап өйрәтә. Ошо ваҡыт эсендә команда Хорватияла үткән Европа чемпионатында ҡатнашып икенсе урын яулап өлгөрә. Йәйге уйындарҙың старт осрашыуҙарында 32-24 иҫәбе менән Зотин коллективы еңеүгә лайыҡ булды.

Гандбол шуның менән ҡыҙыҡлы, майҙансыҡта дуҫтар юҡ, ә көнәркәштәр генә. Бөгөнгө матч көслө булды. Хатта, уйынсыларҙы тынысландырырға тура килде. Ир-егеттәрҙең спорт уйыны өсөн ул ғәҙәти күренеш.

Евгений Зотин, Гандбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы тренеры, «Рәсәй-1» командаһы тренеры

Грек-рим көрәшендә миҙалдар 8 кәүҙә ауырлығы буйынса уйнатылды. Иң көсөргәнешлеһе тип 67 килограмға тиклемге спортсылар осрашыуын билдәләргә мөмкин. Владимир ҡалаһынан Александр Пастушенко менән Татарстан исеменән сығыш яһаусы, Стәрлетамаҡ егете Исмаил Насрулаев төп миҙал эйәһе булыу өсөн һынау тотто. Ике спортсының дәрте келәмгә сыҡмаҫ элек «ҡайнай» ине. Һөҙөмтәлә уңыш Владимирҙан килгән уйынсыға йылмайҙы.

Беҙҙең егеттәр сәләмәтлеге буйынса тайпылыштары булмаған спортсылар менән бер рәттән шөғөлләнә. Шуға ла ҡайһы саҡта ауырға тура килә. Бөгөнгө ярыш быны тағы бер ҡат иҫбатланы. Шулай ҙа ярыш һөҙөмтәле тамамланды.

Николай Алексеев, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Владимир ҡалаһы

Бөгөн үткән сурдлимпия уйындары миҙалдарға бай булды. Төрлө илдән килгән спортсылар тәүге наградаларын алып ҡыуанды. Һөҙөмтәлә пьедесталды ике броза менән Ҡырғыҙстан вәкилдәре биләһә, Белоруссия һәм Үзбәкстан илдәре иҫәбендә берешәр миҙал. Велоспорт буйынса тик бер сит ил вәкиле генә сығыш яһаны. Таиландтан Шаронрен Шайват өсөн Өфө уйындарында ҡатнашыу еңелдән бирелмәне. Шуға ла финалға етә алманы.

Рәсәйҙә миңә оҡшай. Бындай шул тиклем ихлас, матур халыҡ йәшәй. Ҙур стадион да күңелгә ятты, хатта йәйәү йөрөргә була. Өфөләге уйындарға килеүемә шатмын. Ярыш та көслө булды.

Шаронрен Шайват, Йәйге сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусы, Таиланд

Йөҙөү спорты буйынса ла тәүге миҙалдар уйнатылды. Виктория Терентьева алтын яулап, Сурдлимпия уйындарының етенсе тапҡыр чемпионы исеменә лайыҡ булды. Әстрхан өлкәһенән килгән замандашыбыҙҙы трибунанан ата-әсәһе лә ҡеүәтләне. Терентьевтар әйтеүенсә, ҡыҙының бер спорт ярышын да ҡалдырғаны юҡ. Тап яҡындарының терәк-таяныс булыуы ҡатнашыусыларҙы күптәрҙе алға, еңеүгә этәрә. Бөгөн уйындың икенсе көнө генә тамамланды. Алда көсөргәнешле, тағы ла ҡыҙыу осрашыуҙар көтөлә.

Азат Ғәлиуллин