Бөгөн Өфөлә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы старт алды

Был ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы өлкәһендәге йыллыҡ ваҡиға. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Дүртенсегә ойошторолған сара - һөнәри диалог өсөн ҙур майҙансыҡ, яңы идеялар һәм бурыстарҙы хәл итеүгә заманса ҡараштар тыуған урын. Төп маҡсат - бизнес менән властың тура диалогын булдырыу.

Форумда федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары, дәүләт корпорациялары, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, ҙур, урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре ҡатнаша. Улар үҙҙәренең проекттарын күрһәтә, һанлы трансформация тармағында дәүләт һәм муниципаль идара, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, транспорт, юл төҙөлөшө һәм башҡа өлкәләрҙә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге эксперттар менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Иң яҡшы ҡарарҙар тармаҡ-ара күргәҙмәлә күрһәтелә.