Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы Сергей Просяник менән осрашты. Ул был вазифаға июндә генә тәғәйенләнде.
Фекер алышу барышында Рәсәй гвардияһы подразделениеларының матди-техник базаһын үҫтереү һәм республиканың власть органдары менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров Сергей Просяникҡа яңы вазифала профессиональ уңыштар теләне. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге көстәр әҙерләү буйынса уҡыу үҙәген булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Росгвардия был үҙәккә ҙур өмөт бағлай, - тип белдерҙе Сергей Просяник.