Өфөләге IV ҡалаларҙы үҫтереү буйынса халыҡ-ара форум Ағиҙел яры буйында йүгереү марафонынан башланды

Уҙышҡа таңғы сәғәт алтыла уҡ йыйылғайнылар. Ҡатнашыусылар ике дистанцияла көсөн һынаны. Йүгереү һыҙатына БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина сыҡты.

Йүгерер алдынан мускулдарҙы йылытыу - мотлаҡ шарт. Күңелле зарядка әле йоҡонан уянып өлгөрмәгән ҡатнашыусыларға дәрт өҫтәй. Таң иртәһенән үк Ағиҙел яры буйына олоһо-кесеһе физик мөмкинлектәрен һынарға йыйылған.

Старт бирелеү менән, һәүәҫкәр спортсылар финишҡа атыла. Бында беренсе килеү бурысы тормай, маҡсат - ҡатнашыусыларҙы берләштереү.

Әммә физик мөмкинлектәр төрлө. Ҡалғандарҙан ҙур айырма менән финиш һыҙығына тәүге спортсы яҡынлай. Өфөлә йәшәүсе Денис Савенов спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Көн һайын тиерлек Ағиҙел ярын бер нисә тапҡыр урай.

Йүгереүҙә ҡатнашыуға 300 заявка ҡабул ителгән. Улар араһында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бар. Иң йәш йүгереүсегә 10 йәш, ә иң олоһо пенсия йәшендә. Финишта һәр бер ҡатнашыусыны лайыҡлы миҙал көтә ине.

Уҙыш «Аҡыллы ҡала» форумы сиктәрендә уҙғарылды. Ул ҡуйған маҡсаттарҙың береһе булып спортты һанлаштырыу тора. Өфөлә был йәһәттән башҡараһы эштәр бар, ә бына Ағиҙел буйындағы йүгереү өсөн инфраструктураны икенсе ҡала вәкилдәре юғары баһаланы.

Таң менән көс йыйғандан һуң, ҡатнашыусылар эшлекле сараларға таралышты. «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы «Торатау» Конгресс-холында үтә. Күләмле сараға 50-нән ашыу ил вәкиле саҡырылған.

Рәзилә Ғиниәтуллина