Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыларға кастинг иғлан итә

Унда 22 йәштән 50 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 2023 йылдың 4 авгусына көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем анкета тултырып ебәрергә кәрәк. Алдан һайлап алыуҙы үтеүселәр 7 августа кастингҡа саҡырыла. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың башҡорт һәм рус телдәрендә анкеталары ҡарала.

Кастингта ҡатнашыусының сығышын баһалауҙың төп критерийҙары булып алып барыусы сифатында эшләү оҫталығы, телмәр мәҙәниәте, тышҡы ҡиәфәте һәм таныш булмаған текст менән эшләү һәләте тора. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғүләмәт менән Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында танышырға мөмкин. Ошонда уҡ анкета тултырырға була.