Башҡортостандың юл буйы сервисы өлгө итеп алынды

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин республиканың был өлкәләге тәжрибәһен илдең башҡа субъекттарына таратырға тәҡдим итте. Бөгөн Таулы Алтайҙа премьер-министр етәкселегендә туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте. Был йәһәттән Башҡортостанда юл буйы сервисы концепцияһы әҙерләнгән, уның төп бурысы - 2024 йылға 1 мең яңы комплекс төҙөү һәм тағы ла шунса комплексты модернизациялау. Был оҙон араларға йөрөүселәргә уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ. Михаил Мишустин башҡа субъект башлыҡтарын уңышлы тәжрибәгә иғтибар итергә саҡырҙы.