Шишмә районының Алкин ауылы эргәһенән үткән М5 федераль трассала «НЕФАЗ» пассажир автобусы менән «МАЗ» бензовозы ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Ваҡиға урынында 9 мең литр күләмендә яғыулыҡ түгелеүе мәғлүм. Шулай уҡ ел утты урман һыҙатына күсергән. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы сценарийына ярашлы, бөгөн Шишмә районында махсус күнекмәләр үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Шишмә районы аша үткән М5 «Урал» федераль трассаһы участкаһында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәс тә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юллана. Сценарийға ярашлы, Алкин ауылы эргәһендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһенән һуң, урман һыҙатына ут тоҡана. Ауылдарға хәүеф янай.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ урында һуңғы йылдағы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Ижевскиҙа етештерелгән пилотһыҙ осоу аппаратына мәҫәлән, тотош донъя дәүләттәре көнләшерлек. Конвертоплан - вертолет булып һауаға күтәрелеп, самолет кеүек осоу һәләтенә эйә. Улурман янғындары, оло һыуға мониторинг алып барыуҙа ҙа ҡулай.
Бындай төр күнекмәләрҙе үтеү, ғөмүмән, ғәҙәттән тыш хәлдә баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Ә күңелһеҙ хәлдәр республикала, ҡыҙғанысҡа, сығып тора. Һуңғы аҙна-ун көн эсендә теркәлгән урман янғындарын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Төп иғтибар Белорет урмандарына йүнәтелде. Ел аша ағас остарынан «йүгергән» ут телдәре һанаулы ваҡыт эсендә янғын 300-ҙән ашыу гектар майҙанды ялмап алды.
Һауа торошо ла, хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ кимәле лә утты ҡулсаға алырға ярҙам итте. Шишмә районында үткән күнекмәләр эш тәжрибәһен нығытыуға тағы бер мөмкинлек бирҙе. Бөгөнгө сарала ла тап Белорет урмандарын һүндереүҙә булған хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
Азат Ғәлиуллин