Өфөлә Йәйге сурдлимпия уйындарының өсөнсө көнө тамамланды

Донъя кимәлендәге спорт ярыштары баш ҡаланың 9 төр спорт майҙансығында үтте. «Рәсәй-1» тип исемләнгән команда уйынсылар араһында иң көслөләр иҫәбендә. Сөнки, коллективта донъяның күп тапҡыр призер һәм чемпиондары тәрбиәләнә. Өҫтәүенә, команданың волейбол буйынса билдәле тренеры Василий Ковальчук. Тап уның профессионаллеге ярҙамында 2021 йылда Италияла үткән донъя чемпионатында алтын миҙал яулай. Тырышлыҡ бөгөн дә эҙһеҙ үтмәй.

Олимпиаданан айырмалы, Йәйге сурдлимпия уйындарында боулинг буйынса ярыштар ҙа ойошторолдо. Ул донъя программаһына 2005 йылда индерелгән. Пьедесталдың бар баҫҡыстарын да Рәсәй йыйылма командаһы биләне. Ә Пакстан, Бахрейн һәм Ҡаҙағстан спортсылары квалификация раундын үтә алманы.

Бында һәр кемдең көсөн, ярышҡа әҙерлеген айырым билдәләргә мөмкин. Спортсыларыбыҙҙың көнөнә өсәр сәғәт ваҡытын залдарҙа уҙғарыу һөҙөмтәһен беҙ бөгөн пьдесталда күрҙек.

Владислав Антипов, боулинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры

Йәйге сурдлимпия уйындарының өсөнсө көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында диск ырғытыуҙа Рәсәй спортсыһы менән бергә, Иран һәм Ирактан килгәндәр алдынғылыҡ биләне. Еңел атлетика бөгөн 10 төр программала ойошторолдо. Ул иртәгә лә дауам итә. Яҡташыбыҙ, Рәсәй чемпионы Денис Хәкимовтың сығышы көтөлә. Шулай уҡ пляж волейболы, бадминтон кеүек сараларҙа ла яҡташтарыбыҙҙы ҡеүәтләргә мөмкин буласаҡ.