Өфөнән Шишмә районы йүнәлешендә техника колоннаһы хәрәкәт итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек тикшерелә. Күнекмәләр 12 сәғәт 30 минутта М-5 трассаһындағы “Шишмә М-5” кафеһы алдындағы майҙанда уҙғарыла. Ҡотҡарыусылар халыҡты тыныс булырға саҡыра. Сара планға ярашлы үткәрелә.